Өфөнөң "Нур" театры туҡталышында юл-транспорт ваҡиғаһында ҡаза күреүселәр шаһиттар эҙләй. 10 майҙа, СССР-ҙың 50 йыллығы һәм Клара Абрамова урамдары киҫелешендә ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Фольсваген -пассат автомобиле кинәт тротуарға менеп өс йәйәүлене бәрҙерә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, руль артындағы водителде өйәнәк тота. Был ваҡиғала ҡаза күргән ҡатын әлеге ваҡытта дауаханала.
Сәйгә тәм-том һатып алып,өйөнә табан атлаған ҡатын алдында көтмәгәндә еңел автомобиль пәйҙә була. Видеотеркәү ҡоролмалары автомобилдең ҡапыл боролоп, автобус туҡталышына йүнәлгәнен күрһәтә. Башта бер, һуңынан икенсе йәйәүлене бәрҙерә. Светлана Воробьеваның ҡыҙы тәгәрмәс аҫтында ҡалып, ауыр тән йәрәхәттәре ала.
31 йәшлек ҡатын 21 дауаханала ята. Әлеге ваҡытта пациенттың хәле бер ни тиклем еңелләшкән, әммә ул даими баш ауыртыуына зарлана, Уны бәрҙергән водитель әлегә тикелем ауырыуҙан ғәфү үтенмәгән, хатта хәлен дә белешмәгән. Светлана Воробьева ҡыҙының мәнфәғәттәрен яҡлап суд аша ғәҙеллек эҙләргә йыйына.
Шаһиттар, йәйәүлеләрҙе тапатҡан ваҡытта водителдең аңын юғалтҡан булыуы ла ихтимал, тигән фекер яҡлы. Йәнәһе лә, машина икмәк бешереү цехы бинаһына килеп бәрелгәс тә ул газға баҫыуын дауам иткән. Юл -транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһен табип ярҙамында аңына килтергәндәр.
(ц:Максим Родионов, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының
мәғлүмәт һәм йәмәғәт бәйләнеше бүлеге етәксеһе)Әлеге ваҡытта тән йәрәхәттәре алған пациенттың ауыртыныу дәрәжәһен һәм юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә водителдең хәлен асыҡлау маҡсатында экспертиза тәғәйенләнгән.
Әммә зыян күргән ҡатындың әсәһе Светлана Воробьева үҙ аллы тикшереү ҙә үткәргән. Уға йәйәүлеләрҙе тапатҡан водителдең юл-транспорт ваҡиғаһына 4 көн үткәндән һуң, баш мейеһенә тикшереү үтеүе хаҡында һәм табиптарҙың уның һаулығында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр асыҡламауы хаҡында билдәле булған..Ҡатын водителдең педалдәрҙе бутауы ла ихтимал тип белдерә.
10 майҙа Нур театры туҡталышындағы икмәк бешереү цехы алдында өс кешене еңел автомобиле менән бәрҙергән водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Ҡаза күреүсе 31 йәшлек ҡатын ауыр тән йәрәхәттәре менән 21 дауахананың нейрохирургия бүлегенә урынлаштырылған. Уның 5 йәшлек улын өләсәһе ҡарай. Ҡаза күреүсенең ата-әсәһе ваҡиға шаһиттарын эҙләй һәм уларға мөрәжәғәт итеүен үтенә.




