Республикала ярауай культураларҙы сәсеү аҙағына яҡынлаша

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл аграрийҙар юғары килемле культураларға өҫтөнлөк биргән. Бөгөн уларҙың өлөшө дөйөм майҙандарҙың 12 процентын тәшкил итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, хужалыҡтар тарафынан әлегә 10 мең гектарҙа майлы етен сәселгән, был планға ҡарата 161 процент. Шулай уҡ 14 мең гектар майҙанды биләүсе гәрсис тә 126 процентҡа арттырып үтәлгән.

Күп төрлө файҙаланыу тапҡан ҡиммәтле техник культураларҙы Әбйәлил районы хужалыҡтары ла күпләп сәсеп ҡалырға тырыша. Урындағы ауыл эшсәндәре алдында быйыл барлығы 63 мең гектарҙа сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы тора. Әлегә улар 52 мең гектар майҙанда эштәрҙе тамамлаған да инде.

Вил Миянов, Әбйәлил районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы) Йылдан-йыл сәселеп килгән культураларҙы быйыл да ултырттыҡ.

Райондың "Аграрий" йәмғиәте хеҙмәтсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен, йылдағыса, яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алған. Техника-агрегаттар мөһим кампанияға ваҡытында һәм сифатлы әҙерләнгән, тракторҙар һәм уларҙың тағылмалары дәүләт техник тикшереүен үткән, сәсеү материалы кондицияға еткерелгән.

Хужалыҡ эшсәндәре 260 гектарҙа гәрсис, 280 гектарҙа етен һәм 230 гектарҙа борсаҡ сәскән. Әле сират бойҙайға еткән. Көндәр аяҙ торғанда Әбйәлил районы хужалыҡтары яуаплы компанияны ике-өс көндән теүәлләргә ниәтләй.

Бойҙайҙы тамамларға 50 гектар ҡалды, бөгөн бөтөрәсәкбеҙ. Тағы 200 гектар тирәһендәй ҡара бойҙай ҡалды.

Фәнзил Тайыпов, "Аграрий" хужалығы баш агрономы

Автор: Илдар Байбулатов.