Сығарылыш синыф уҡыусыларының йыл һайын ойошторолған тантанаһы быйыл етенсегә уҙа. Сарала ҡатнашыусы егет-ҡыҙҙар Ленин һәм Пушкин урамдары аша үтеп, Совет майҙанына йыйыла, бында улар вальс әйләнәсәк. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бөгөн төнгө сәғәт 10-дан иртәгә киске сәғәт 9-ға тиклем майҙанға яҡын ҡайһы бер урам участкалары ябыла.
Атап үткәндә Октябрь Революцияһы урамы - Ленин урамы киҫелешенән Цюрупа урамы киҫелешенә тиклем; Ленин урамы - Пушкин урамы киҫелешенән Коммунистик урамы киҫелешенә тиклем; Театр урамы - Зәки Вәлиди урамы киҫелешенән Пушкин урамы киҫелешенә тиклем; Пушкин урамы - Карл Маркс урамы киҫелешенән Цюрупа урамы киҫелешенә тиклем; ә инде Совет урамы - тулыһынса ябыла.
Шулай уҡ йәмәғәт транспорты хәрәкәтенә лә үҙгәрештәр индереләсәк.




