Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының алдан тауыш биреүҙәрендәге дебаттарҙа ҡатнашты. "Ғүмер оҙонлоғо +80", "Сәләмәтлек һәм ғүмер оҙонлоғон тәьмин итеү" темаларына арналған фекер алышыуҙа төбәк башлығы менән бер сафта Өфөнөң 48-се поликлиникаһы баш табибы урынбаҫары Илья Селезнев, "Вектор" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлфиә Славненко, "Рәсәй терәге" йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары, эшҡыуар Ләйсән Николаева һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры урынбаҫары, юрист Алексей Слепнев сығыш яһаны.
Дебат барышында һаулыҡ һаҡлау, белем биреү сифаты, мәҙәниәт һәм спорт мәсьәләре лә күтәрелде.
Дебат алдан тауыш биреүҙең мөһим өлөшө. Уның барышында кандидатлыҡҡа дәғүәселәрҙең программаһы менән танышырға мөмкин. Теге йәки был мәсьәләгә ҡараштары ла асыҡ сағыла. Шарттар барыһы өсөн дә бер. Билдәләнгән ваҡыт эсендә фекереңде тыңлаусыларға еткереү мөһим. Ғүмер оҙонлоғо тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау системаһы менән бәйле. Рөстәм Хәмитов телмәрендә уның роленә туҡталды.
Залдан бирелгән һорауҙарға яуап биреп Рөстәм Хәмитов сәләмәтлек һәм ғүмер оҙонлоғон тәьмин итеү өсөн шәхси тәжрибәһе менән дә бүлеште.
Дебатта ҡатнашыусылар залдағыларҙың һорауҙарына ла асыҡлыҡ индерҙе. Улар һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, ғаилә ҡиммәттәре һәм спорт өлкәләренә ҡағылды. "Рәсәй терәге" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Ләйсән Николаева Кавказ халыҡтарының тормош тәжрибәһен миҫал итеп килтерҙе. 48-се поликлиниканың баш табибы урынбаҫары Игорь Селезнев мәҙәниәттең дә тап ғаилә ҡиммәттәренә бәйле булыуына туҡталды.
Дебатта ҡатнашыусылар тәҡдим-башланғыстар менән дә сығыш яһаны. Аныҡлап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә белгестәр йәлеп итеү мәсьәләһе күтәрелде. Тотош республика биләмәһендә, "Берҙәм Рәсәй" партияһының праймеризы 3 июнгә тәғәйенләнгән. Уның һөҙөмтәләренән сығып, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға кандидаттар исемлеге билдәләнә.




