Башҡортостан башлығы дебаттар ваҡытында ике тәгәрмәсле транспорт өсөн тәғәйенләнгән юлдарға ҡағылышлы һорауға яуап бирҙе.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, баш ҡала чиновниктары тротуарҙарға һыҙаттар төшөрөү менән генә сикләнде. Ә киңерәк эшмәкәрлек алып барыу өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителеүгә һылтанды. Әммә был мәжбүри түгел, тине Рөстәм Хәмитов.




