Мишкә районы хужалыҡтарында бәләкәй фермер хужалыҡтары сәсеүҙе тамамлаған. Районда бойҙай, арпа, һоло кеүек традицион культураларҙан тыш, техник культураларҙан рапс һәм быйылдан 150 гектарҙа етен үҫтерелә.
Бөрө үҙәк машина-технологик станцияһы филиалы сәсеү кампанияһы ойошҡанлыҡ менән бара. Хужалыҡ баҫыуҙарының 500 гектарында бойҙай сәселгән.
Мишкә аграрийҙары кампанияны 4 майҙа башлаған. Райондың төньяҡ зонаһында уңыш юғары булмаһа ла, дөйөм күрһәткес уртаса гектарынан уртаса 20 -27 центнер тәшкил итә. Район хужалыҡтары алдында сәсеү майҙандары структураһын үҙгәртеү бурысы ла ҡуйыла.




