Башҡортостанда һабантуйҙар башланды

Тәүгеләрҙән булып Һабан байрамы бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында уҙҙы. Изге йола буйынса Тауһеңер ауылы янындағы аҡланға халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән йыйылды.

Иң тәүҙә ҡунаҡтар предприятие-ойошмалар тарафынан ҡорған тирмәләрҙе ҡараны, ошонда уҡ милли аш-һыуҙан ауыҙ итте. Төбәк хужалыҡтары быйыл 24 мең ярым гектарҙан ашыу ерҙә ярауай культуралар сәскән. Был дөйөм майҙандарҙың яртыһы, тине үҙ сығышында район етәксеһе Фәнзил Сыңғыҙов. Шулай уҡ ауыл эшсәндәре кукуруз, рапс, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө кеүек культураларға ла ҙур иғтибар биргән. Шуға ла уңдырышлы тупраҡҡа ваҡытында орлоҡ һалып ҡырмыҫҡалылар һабантуйҙы яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды.

Байрамда хеҙмәт алдынғылары ла бүләкләнде, юғары уңыштарға өлгәшеүселәр сәхнә түренә күтәрелде. Артабан байрамды спорт ярыштары дауам итте. Килгән халыҡ бер майҙанда ат сабыштарын ҡарап кинәнһә, икенсеһендә милли көрәш, һырғалаҡҡа үрмәләү һәм арҡан тартышыу кеүек милли уйындар ойошторолдо.

Оло быуындан шундай теләк: Башҡортостан менән Рәсәйҙә генә түгел, бөтөн ер шарында тыныслыҡ булһын. Беҙҙең балалар, ейәндәр, киләсәк быуындар беҙ күргән этлектәрҙе күрмәһен, бәхетле булһындар. Тыныслыҡ, тыныслыҡ, тыныслыҡ!

Әфҡәт Ниғмәтуллин, һабантуй ҡунағы