Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан республиканың барлыҡ төбәктәрендә байрам тантаналары үтә. Сара сиктәрендә Шаран районы үҙәгендә хәрби бурысын үтәүсе барлыҡ быуын пограничниктарына арналған обелиск асыласаҡ.
Тейешле сумманы ил сиген һаҡлаусылар үҙҙәре йыйған. Шулай уҡ улар һәйкәлде урынлаштырыу һәм эргә-тирәне тәртипкә килтереү өсөн өмә лә ойошторған. Урындағы сик буйы ветарандар ойошмаһы ағзалары әйтеүенсә, төбәктә бөгөн 200-ҙән ашыу пограничник иҫәпләнә. Бик күптәр республиканың һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәй.
Махсус заказ буйынса эшләнгән стела Шаран районы халҡының яратҡан урындарының береһе булыр тип көтөлә.
Рәсил Яҡупов, сик буйы ғәскәре ветераны) Стелланы ветерандар ойошмаһы ярҙамы менән ике ай эсендә эшләнек.




