Емеш ағастары барыһы ла Башҡортостандың ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған. Улар сатлама һалҡындарға бирешмәй, тиҙ өлгөрә. Ябай армыт 10-12 йылда ғына емеш бирһә, миләшкә бәйләнгәне 4-5 йылда уҡ сәскәгә тумалана. Фәтиховтарҙың уңыш серҙәре менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.
Асҡын балалары өсөн уҡыу йылының һуңғы дәрестәре баҡсала үтә. Белемде китаптан үҙләштереүгә ҡарағанда, үҙ күҙең менән күреүең мең артыҡ. Ә биология уҡытыусыһы Альбина Фәтихованың баҡсаһы тәжрибә майҙансығы һымаҡ, бында һәр емеш ағасының тиҫтәләрсә сортын күрергә мөмкин. Мәҫәлән, миләшкә ялғанған армыт. Үҙ олононда үҫкәнен ҡуян йә сысҡан кимерә, ҡыш туңып бара, оҙаҡ өлгөрә. Әрһеҙ миләшкә бәйләнгәне сыҙамлы, талымһыҙ, ә бына тәме үҙгәрмәй, шул килеш татлы, һутлы ҡала.
Баҡсала алмағастарҙың ят, һирәк осрай торғандарын да, һәр бер ауылда үҫкән "Антоновка", "Башҡорт һылыуҡайы" сорттарын да күрергә мөмкин. Бөтәһе 70-ләп төр. Һәр береһе бала һымаҡ ҡәҙерле, яҡын. Сөнки улар орлоҡтан үҫтерелгән, шытҡаны, һәр сантиметрға күтәрелгәне көтөп алынған. Баш ҡалҡытҡас сыҙамлыраҡ ҡырағай алмағастарға ялғанған. Ә иң мөһим этап беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарын, сатлама һыуыҡтарҙы үткәрә аламы-юҡмы икәнен асыҡлау.
Магазинда алмағастарҙың төрлөһөн һаталар. Уларҙың барыһы ла беҙҙең шарттарҙа үҫә алмай, ти Илшат Фәтихов
Асыҡлау өсөн, әлбиттә, ваҡыт һәм тәрбиә кәрәк. Тәжрибә барған ваҡытта һәр ағас күҙ ҡараһылай һаҡлана.Ҡыш өшөмәһен өсөн төбөнә тиреҫ, ағас онтағы һибелә, олондар махсус материалдар менән уратып йылытыла. Әле Фәтиховтар ҡышҡы сорттарға өҫтөнлөк бирә, уларҙы киләһе йәйгә тиклем һаҡларға мөмкин.
Баҡсалағы алмағас ишле балалы ғаилә һымаҡ, иң байы. Уның олононда биш төрлө алма өлгөрә. Былары ал әнис менән умырзая, улар епкә нығытып бәйләп ҡуйылған. Сөнки былтыр уңыш шул тиклем мул булған, хатта, ботаҡтар һәленеп төшкән.
Фәтиховтар селекция серҙәрен балаларға ла өйрәтә. Альбина Фәтихова "Алмағаслы Асҡын" проектын да башлап ебәргән. Йәғни, һәр уҡыусы үҙ ағасын ултырта, тәрбиәләй, тәжрибә үткәрә. Ул 11-се синыфты тамамлауға емеш бирергә тейеш.
Фәтиховтарҙың баҡсаһында каштан, туя, ирга кеүек ағастар ҙа, ҡыуаҡтар ҙа бар, виноград та мул уңыш бирә. Тырышҡанда төньяҡ райондарҙа ла ят ағастарҙы үҫтерергә мөмкин, ти селекционерҙар. Асҡын Мичуриндары киләсәктә үҙҙәре йәшәгән төбәктең гөл-баҡсаға әйләнеренә ышана.




