Сик ғәскәрҙәренең 100 йыллығына Өфөнөң Еңеү паркында һәйкәл асылды

Ил һаҡсыһына арналған һәйкәл асыу сараһы кисәге сик һаҡсылары, хәрби көстәр ветерандары, киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында үтте. Билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин сик һаҡсыларына арналған монументты хәрбиҙәрҙең теләген иҫәпкә алып ижад иткән.

Фото №1 - Сик ғәскәрҙәренең 100 йыллығына Өфөнөң Еңеү паркында һәйкәл асылды

Һәйкәл дүрт ай эсендә тормошҡа ашырылған, оҙонлоғо 4 метр, ауырлығы 250 килограмм. Ул илебеҙ именлеген һаҡлаусы хәрбиҙәрҙе берләштереүсе урын да буласаҡ.

Ил сиген һаҡлау бик ауыр эш. Шуның өсөн хөкүмәт беҙгә һәйкәл асты, был беҙгә ҙур байрам.

Вәсим Мәхмүтов, сик ғәскәрҙәре ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы

Сик һаҡсыһының һәйкәле йыйылма образдан кәүҙәләндерелгән. Ниндәй генә һуғыштарҙы алма, иң беренсе ауырлыҡты сик һаҡсылары күтәрә. Илебеҙ сиктәре бөгөн 18 дәүләт менән сикләшә. Бөгөнгө сара илебеҙҙҙең именлеге һәм сиктәре ышаныслы ҡулдарҙа булыуына ишара.

Сынтимер Баязитов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары) Еңеү паркында бындай һәйкәлдең булыуы бик мөһим. Ул киләсәк быуынға бер маяҡ булып торор тип уйлайым.

Автор: Гүзәл Әхмәтйәрова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ