Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йорто 15 йыллығын билдәләне

Был ойошма менән Көньяҡ Уралдағы башҡорт милли-мәҙәни үҙәктәр тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Юбилей сиктәрендә милли берләшмә етәкселәре һәм активистары өсөн семинар ойошторолдо. 150-нән ашыу кеше "Изгелек ҡылырға ашыҡ" тип аталған тренингта ҡатнашты. Ул Рәсәйҙә барған ирекмәндәр йылына арналды.

Фото №1 - Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йорто 15 йыллығын билдәләне

Һуңынан байрам саралары төрлө коллективтарҙың сығыштары менән дауам итте. Силәбе өлкәһенең 18 муниципаль берәмегендә урынлашҡан 52 милли-мәҙәни берләшмәләре араһында башҡорт үҙәге айырым урын биләй. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы һәм уның Арғаяш, Ҡоншаҡ, Әшә, Пластов, Үрге Өфәләйҙәге филиалды әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

Дуҫлыҡ йорто менән берлектә һабантуй, наурыҙ байрамдарында ҡатнашабыҙ.

Наил Шәйҙуллин, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ