Яҙғы бал меңдәрсә сығарылыш синыф уҡыусыһын берләштерҙе

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында ун беренселәр бейеү байрамы ойошторҙо. Егет-ҡыҙҙар баш ҡала халҡын буласаҡ һөнәре, киләсәккә ҡуйған маҡсаттары менән дә таныштырҙы. Йәштәрҙең тормошондағы тулҡынландырғыс минуттар хаҡында киләһе яҙмала.

Фото №1 - Яҙғы бал меңдәрсә сығарылыш синыф уҡыусыһын берләштерҙе

Дәртле көйҙәргә уҡыусылар етәкләшеп бейей. 11 йыл буйы бер синыфта уҡыған, бер парта артында ултырған уҡыусылар ғына түгел, Өфөләге бөтә мәктәптәрҙән сығарылыш уҡыусылары бер майҙанға йыйылды. Пушкин урамы буйлап 11-селәрҙең фотоһүрәттәренән аллея эшләнгән. Унда йәштәрҙең кем булырға теләүҙәре хаҡында рейтинг менән дә танышырға мөмкин.

Мин 5-се лицейҙа уҡыным. Артабан Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә йыйынам. Байрам менән һеҙҙе, беҙҙе.

Заһир Ғайсин, Өфөнөң 5-се лицейы сығарылыш синыфы уҡыусыһы

Барабан тауышы аҫтында Башҡортостандың киләсәге ҡулға-ҡул тотоношоп, бер сафта Совет майҙанына ағылды. Өфө үҙәге бер көнгә бейеү майҙанына әйләнде. Уҡыусылар Яҙғы балға бер-нисә ай дауамында әҙерләнгән.

Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа сара йыл да меңдәрсә тамашасыны йыя. Майҙанда тиҫтәгә яҡын бейеү ҡуйылды, сәнғәт оҫталары концерт күрһәтте.

Тағы ла бер тулҡынландырғыс минуттар, 11-селәр өсөн өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Байрам һуңында һауаға төрлө төҫтәге шарҙар осоролдо. Сәхнәнән яңғыраған һәр теләкте ун беренселәр ихлас ҡабул итте. Алда уларҙы яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар көтә.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ