Өс көндә 30 миллиард

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы тамам. Өс көн дауамында барған күләмле йыйын Башҡортостан өсөн ярайһы уҡ һөҙөмтәле тамамланды. Уның сиктәрендә 30 миллиард һумға баһаланған бер нисә тиҫтә килешеү төҙөлдө. Мәҫәлән, республикала аяҡ кейеме эшләү цехы, быяла, нефть һәм газ өлкәһе өсөн төҙөлөш материалдары етештереү заводтары барлыҡҡа киләсәсәк.

Шулай ҙа иң күләмле килешеүҙәр илдең сәнәғәт гиганттары менән төҙөлдө. Роснефть мәҫәлән Башҡортостандың инфраструктураһын яҡшыртасаҡ, ә КАМАЗ йәмғиәте менән төҙөлгән документҡа ярашлы төбәктә яңы йөк автомобилдәре эшләү яйға һалынасаҡ.

Роснефть республикала профессиональ спортты үҫтереүгә аҡса бүлеүен туҡтатмаясаҡ. Был мәсьәлә Башнефть компанияһының нефть эшкәртеү гиганты ҡарамағына күскәс барыһын да борсой ине. Акциялар пакетының күпселек өлөшөн Роснефть һатып алғас республика алдындағы социаль яуаплылыҡ та юҡҡа сығыр тип хафаландыҡ. Ысынында киреһенсә килеп сыҡты. Ул ғына ла түгел Санкт-Петербурта үткән иҡтисади форумда Башҡортостан менән нефть корпорацияһы араһында социаль программаларҙы финанслау тураһында өҫтәмә килешеү ҙә төҙөлдө. Документҡа Рөстәм Хәмитов менән Роснефттең башҡарма директоры Игорь Сечин ҡул ҡуйҙы. Ул 2017 йыл башынан ғәмәлгә ингән килешеүҙе тулыландыра. Документта республиканың социаль инфраструктураһын үҫтереү , шулай уҡ "Башнефть" компанияһы эшмәкәрлек алып барған райондарҙа спорт объекттары төҙөү күҙаллана.

Башҡортостандың машиналар эшләү тармағы ла был форумдан яҡшы этәргес алды. КАМАЗ йәмғиәте менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, республикала транспорт комплексын киңәйтеү, пассажир һәм йөк транспорты паркын яңыртыу , алмаш өлөштәрҙе етештереү, автомобиль техникаһын һатыу һәм сервис хеҙмәтләндереү үҙәктәрен үҫтереү бурысы ҡуйыла. Төбәктә яңы йөк машиналары етештерә башлау ҙа күҙаллана.

Был ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн республикала технологик үҫеш буйынса "Ағиҙел" төбәк агентлығы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Рөстәм Хәмитовтың федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Вадим Куликов менән осрашыуында төбәктә инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында барҙы. Атап әйткәндә, алдағы йыл ярым - ике йыл эсендә Башҡортостан машиналар эшләү өлкәһенә 3 миллиард һумға яҡын инвестиция йәлеп итеү күҙаллана.

Шулай уҡ еңел сәнәғәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов "Юнистрой" йәмғиәте етәкселеге менән Благовещен ҡалаһында косметик һәм ярҙамсыл текстиль әйберҙәр етештереүҙе яйға һалыу буйынса килеште. Был төбәктә 140 өҫтәмә эш урыны асыу мөмкинлеген бирәсәк.

Етештереү бер, форумда Башҡортостан продукцияһын экспортлау мәсьәләһе лә ҡаралды. СалИз халыҡ-ара транспорт логистика компанияһы республикала етештерелгән тауарҙарҙы төрлө төбәктәргә таратыуҙы күҙаллай һәм логистика үҙәген төҙөү теләге менән яна.

Делегация ағзалары шулай уҡ моноҡалаларҙы үҫтереү фонды етәкселеге менән дә осрашты. Фекер алышыуҙа бәләкәй ҡалаларҙа такси бизнесын ойоштороу мөмкинлектәре сығарылды. Илдең моноҡалалары араһында "Яндекс такси" тәүгеләрҙән булып Күмертауҙа эш башлауы билдәле. Пассажирҙарҙы йөрөтөү сервисы ҡалала һәм уның тирәһендә юғары тиҙлектәге интернет таралыуына ла этәргес биргән.

Форум барышында тиҫтәләп инвестиция килешеүе төҙөлдө. Улар Башҡортостанда яңы етештереү ҡеүәттәрен урынлаштырыу йәки әлегә тиклем эшләп килгән проекттарҙы артабан дауам итеүгә ҡағыла. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ғына инвестицияларҙың дөйөм күләме 30 миллиард һум тирәһендә булырға тейеш.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.