Юҡһа әле төбө ергә тейерлек итеп тейәлеп, түбәһенә өҫтәмә багаж ҡуйып алып, һине юлдан ситкә сығып осорлоҡ итеп уҙып киткән "Лада Ларгус"ты күрһәң, күрәҙәсегә йөрөмә, такси. Ләкин такси тип иҫбатларлыҡ бер генә билдәләре лә юҡ. Таксометр, шашка, тахограф, тейешле документтар... Үткән аҙнала ғына "Лада Ларгус" автомобиле ыңғайына китеп барған тракторҙың артына бәрелеп алты кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Был аҙнала ла шундай уҡ "Ларгус"та пассажир ташыусы егет юл ситенә сығып осто. Һәләк булыусылар юҡ, шулай ҙа йәрәхәтләнеүселәр бар. Нисек туҡтатырға был күренеште?
Бер ниндәй ҙә контроль юҡ. Машинаң бар икән, кеше ташырға рәхим ит. Ә улары аҡса артынан ҡыуып пассажирҙар ғүмерҙәрен һуҡыр тингә лә ҡуймай. Теге донъяға ашыҡҡан кеүек ҡыуа ғына. Таксистарҙы тиҙлекте кәметергә нисек мәжбүр итергә?
Ун көн элек Ауырғазы районында теркәлгән фажиғә алты кешенең ғүмерен өҙҙө. Өфөнән Ырымбурға китеп барыусы "Лада Ларгус" автомобиле экскаватор менән бәрелеште. Был турала мәғлүмәт булыу менән интернет ҡулланыусыларҙың күбеһе транспорт сараһы водителе таксистыр тигән фекергә килде. Сөнки бөгөн ВАЗ-дың был моделе башлыса пассажирҙар ташыу өсөн ҡулланыла. Уларҙы шулай уҡ республика юлдарында ла күпләп осратырға мөмкин. Әммә "Лада Ларгус"тарҙың йыш ҡына аварияларға тарыуы бер кемде лә борсомай ҡалмай. Шуға ҡарамаҫтан клиенттар һаман да тап ошо транспорт сараһына өҫтөнлөк биреүен дауам итә.
Таксистарҙың "Лада Ларгус" автомобилен һайлауы осраҡлы түгел. Беренсенән улар ете урынға иҫәпләнгән, тимәк, ике кешегә күберәк алырға мөмкин. Был үҙ сиратында водителгә өҫтәмә табыш килтерә. Әммә бындай осраҡта салонда ултырыусыларға көнләшеп ҡарарға кәрәкмәйҙер. Ни тиһәң дә, улар үҙҙәрен консервалағы балыҡтар кеүек хис итә. Шулай уҡ водителдәр урын етешмәү сәбәпле, автомобиль өҫтөнә багаж ҡуйып йөрөргә лә күнеккән. Белгестәр фекеренсә, башта йөк булыуы автомобилдең тотороҡлоғона кире йоғонто яһай.
Бөгөн алыҫ урынлашҡан төбәктәрҙән Өфөгә такси менән килергә һәм шул уҡ көндө кире әйләнеп ҡайтырға мөмкин. Ҡабаланған кешеләр өсөн был бик мөһим. Яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүен иҫәпкә алып йомоштары булған водителдәр ҙә хәҙер автомобилдәрен өйҙә ҡалдырып такси менән йөрөй. Мәҫәлән, үҙ транспортың менән Сибайҙан Өфөгә килеп ҡайтыу өсөн яҡынса өс мең һум тирәһе аҡса китә. Ә "Лада Ларгус" менән сығым ике тапҡырға кәмерәк.
Республикала еңел таксиҙа пассажирҙар ташыусы юридик шәхестәр йәки эшҡыуарҙар эшмәкәрлек алып барыу өсөн рөхсәт алырға тейеш. Уның хаҡы әллә ни ҡиммәт түгел. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн күп кенә таксистар закон нигеҙендә эшләргә ашыҡмай. Шул уҡ ваҡытта урындарҙағы диспетчер хеҙмәттәренең лицензиялары булмаған водителдәрҙе заказһыҙ ҡалдырыуы был өлкәне бер аҙ булһа ла контролдә тоторға булышлыҡ иткән.
Белгестәр аварияларҙы кәметеү маҡсатында автомобилдәргә тахографтар ҡуйырға кәңәш итә. Һәр хәлдә, йоҡоһо туймаған водителдәр рулгә ултыра алмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта законлы таксисттар үҙҙәре башҡа водителдәрҙең клиенттарҙы "урлауына" зарлана. Ысынлап та, бөгөн бының бер ниндәй ҡыйынлығы ла юҡ, интернетта ҡайҙа бурырың да яҙыу менән кешеләр һине үҙҙәре килеп таба. Бындай осраҡта юл хаҡы бәлки, арзаныраҡ та булыр, әммә аварияға тарыған хәлдә пассажирҙың страховкаһыҙ ҡалыуы мөмкин.




