Хәҙер транспорт хужалары үҙ автомобилдәрен дәүләт хеҙмәте аша теркәй ала.
Был бик уңайлы һәм тиҙ. Хәҙер машинаны теркәү өсөн оҙон сиратта ултырырға кәрәкмәй. Бының өсөн бары тик дәүләт хеҙмәте сайтына теркәлергә кәрәк.
Компьютер йәки смартфон ярҙамында автоһәүәҫкәр тейешле документтар тапшыра, Артабан уға уңайлы булған ваҡытта саҡырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт Дәүләт хеҙмәте сайтында бирелгән.




