Дим районында йәшәүселәр белгестәр менән кәңәш итә аласаҡ. Ҡабул итеү 1 июнь көнөнә билдәләнгән. Урында йәшәүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап аласаҡ.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө сиктәрендә уҙғарыла. Ҡабул итеү Левитан урамы, 14/4 адресы буйынса үтә.
Сара иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем ойошторола. Тәнәфес- 13:00- 14:00. Бушлай юридик кәңәш алырға саҡырабыҙ.
Фото: Интернет




