Өфө «Йәшел марафон»да ҡатнашыусылар һаны буйынса тәүгеләр рәтенә инде

Илдең 56 ҡалаһы, шулай уҡ Белорусия һәм Ҡаҙағстан халҡы «Йәшел марафон» спорт сараһында ҡатнашты. Сара сиктәрендә балалар һәм өлкәндәр, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн йүгереү ойошторолдо.

Өфө ҡала хакимиәте белдереүенсә, Өфөнән 4500 ҡатнашыусы онлай-теркәлеү үтә. Был һан башҡа ҡалаларҙа ҡатнашыусылар иҫәбенән үтеп китә. Спорт сараһы М.Ғафури ис. паркта үтә. Башлыса, 4,2 саҡрымға кеше күпләп ярыша.

Билдәләп үтергә кәрәк, быйыл марафон Китапханасылар көнөнә тура килде. Шул уңайҙан, паркка мобиль китапхана урынлаштырылды һәм сарала ҡатнашыусылар телефондарына электрон әҫәрҙәрҙе күсерә алды.