Рәсәй Гвардияһының Башҡортостан бүлексәһе сик буйын һаҡлаусылар «Ямалдан Мәскәүгә тиклем» акцияһына ҡушылды

«Ямалдан Мәскәүгә тиклем». Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуона 100 йыл тулыу айҡанлы үткән эстафета тап шулай атала. Акция 9 майҙа Ямал ярымутрауы башҡалаһы Салехард ҡалаһында старт алғайны.

Бөтә ил буйынса сик буйын һаҡлаусылар бер-береһенә байраҡ тапшыра. Башҡортостанға ул Силәбе өлкәһенән килә. Акцияла ветерандан, кадеттар, Рәсәй Гвардияһы хеҙмәткәрҙәре- элекке сик буйы һаҡсылары әүҙемлек күрһәтте. Ә байрам көндө, 28 май, байраҡ Мәскәү парадында ҡатнаша.

Өфөлә байрам тантанаһы Еңеү Паркында сәғәт унда башланды.