Башҡортостанда ғаиләлә мәрхәмәтлек акцияһы старт алды. Был яңы сара бар республика буйынса үтә. Был хаҡта Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Мәрхәмәтлек акцияһының маҡсаты- балалар өсөн тауарҙар йыйыу. Кәрәк-яраҡтар яңы ла, ҡулланылған да булыуы мөмкин. Иң мөһиме, тауарҙар таҙа һәм төҙөк булырға тейеш.
Балалар өсөн йыйылған кәрәк-яраҡтар бер юлы ике һәм унан да күберәк тыуған балалар тыуған ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Кәрәк-яраҡтар район-ҡалаларҙың «Ғаилә» үҙәгендә ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте +7 800 347 50 00 телефон һандары буйынса белергә мөмкин.




