Синоптиктар йәнә тупраҡҡа ҡырау төшөүө хаҡында иҫкәртә. Төбәктә алдағы ике көндә биш градусҡаса һалҡын төшөүө ихтимал. Был хаҡта Рәсәйҙең Гидрометүҙәге хәбәр итә.
Дүшәмбе, 28 май, Башҡортостанда ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә, ел секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк. 29-30 майҙа тупраҡҡа биш градусҡаса һалҡын төшөүө ихтимал.
Түбән температуралы һауа торошо ауыл хужалығы культуралары өсөн хәүеф тыуҙыра. Белгестәр үҫентеләрҙе ҡырауҙан алып ҡалыу өсөн, уларҙың өҫтөн ҡапларға кәңәш бирә.




