12 июндә И.Якутов ис. паркта ретро-машиналар күргәҙмәһе үтәсәк. 15:00 сәғәттән һуң легендар автомобилдәр менән фотоға төшөү мөмкинлеге тыуасаҡ. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.
Алынған мәғлүмәттәр буйынса, күргәҙмәлә 1977 йылда сығарылған «Чайка»-ГАЗ-14 совет автомобиле буласаҡ. Билдәле булыуынса, уны КПСС –тың Үҙәк комитеты ҡарары буйынса 1988 йылда етештереүҙән алалар.
«Москвич-400» автомобилен ике ишекле итеп етештерергә уйлайҙар. Әммә был модель Сталинға оҡшап етмәй




