Велосипедсылар көнө

Республиканың һәр ҡалаһында майҙың һуңғы йәкшәмбеһе велоуҙыш ойоштороласаҡ. Был турала Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән "1000 велосипедсы көнө" фестивалендә белдерҙе. Рөстәм Хәмитов сарала ҡатнашыусылар менән бергә 10 километр оҙонлоғондағы дистанцияны үтте, велосипедсылар менән аралашты.

Фото №1 - Велосипедсылар көнө

Йәкшәмбе иртәһе, фестиваль башланыуға сәғәт ярым ваҡыт бар. Ә рус драма театры эргәһендәге Ленин майҙанында велосипедсыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ғәзиз Йосопов фестивалгә ҡыҙы менән килгән. Спорт яратҡан ғаилә сараны бер йыл да ҡалдырмай, ҡыҙы Диләфрүз дә тәпәй баҫҡандан алып велосипедта.

Велосипедта йөрөү һаулыҡҡа ла, кеҫәгә лә, файҙалы. Көндәлек транспорт кеүек файҙаланырға ла мөмкин.

Ғәзиз Йосопов, фестивалдә ҡатнашыусы

Миңә 11 йәш, бында бишенсе тапҡыр ҡатнашам. Үҙ ғүмеремдә инде өсөнсө велосипедҡа ултырҙым. Велосипедта Ишембайға тиклем барып етергә хыялланам.

Диләфрүз Йосопова, фестивалдә ҡатнашыусы

Быйыл фестивалдә 15 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, йәше лә, ҡарты ла. Тәүге тапҡыр алдан уҡ онлайн-теркәлеү ойошторолған, шуға номер таратыу өҫтәлдәре янында сират күп түгел. Йыл һайын матур номерҙарҙы алыу өсөн ярыш булһа, быйыл улар аукционда һатылған, аҡса хәйриә ярҙамы өсөн тотонола. Ә битлек кейеп килгәндәр үҙҙәре лә приз ота ала

Бер нисә тиҙлеге, заманса уңайлыҡтары булған велосипедмы, әллә дүрт тәгәрмәсле бәләкәй генәһеме, айырма юҡ. Иң мөһиме фестиваль майҙанындағы күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф. Рөстәм Хәмитов та велосипедсылар менән.

Велоуҙыш 2011 йылдан алып ойошторола, ошо ваҡыт эсендә фестивалдә 50 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. Һандың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Баш ҡалала велосипед өсөн юлдар оҙонлоғо ла арта.

Рус драма театры эргәһендә башланған велоуҙыш Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Пушкин урамдары аша үтеп Телеүҙәккә тиклем дауам итә. Дистанцияның оҙонлоғо 10 километрҙан ашыу. Көн дә велосипедсылар өсөн уңай тура килде, йылы, әммә еләҫ.

Бер сәғәт тирәһе ваҡыт һәм велосипедсылар финишта. Әммә халыҡ таралырға ашыҡмай. Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендәге майҙанда аралашыу дауам итә. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, инфраструктураны яҡшыртыу талап ителә. Яңы юлдар кәрәк.

(ц:Рөстәм Хәмитов: Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында ла май айының һуңғы йәкшәмбеһендә велопарадтар үткәреү күҙаллана. Әле ойоштороусылар менән ҡалаларҙа бүлешеү процессы бара. Үҙем Стәрлетамаҡ, Ишембай, йәки Салауат ҡалаһына барып велосипедта йөрөгөм килә. Тәү сиратта үҙеңә өлгө күрһәтергә кәрәк. Халҡыбыҙ яйлап машинанан велосипедҡа күсһә ине.

Фестиваль профессиональ велоспортты үҫтереүгә тос өлөш индерә, икенсенән был сәләмәт йәшәү рәүеше һәм экологик яҡтан отошло транспорт төрө. Шуға күрә киләсәктә велосипедта йөрөүселәрҙең артыуына өмөт ҙур. Ун йыл элек Өфө урамдарында тимер аттарҙы майҙандарҙа балалар йә үҫмерҙәрҙә генә күрергә мөмкин булһа, хәҙер ул һәр кеше өсөн көндәлек транспорт сараһына әйләнеп бара.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ