Ошо уңайҙан республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә тантаналы саралар үтте. Быйылғы байрам абруйлы ғәскәрҙең ойоштороуына 100 йыл тулыуы менән дә иҫтә ҡаласаҡ. Бер быуат дауамында тыуған ергә һәм халыҡҡа тоғролоҡ һаҡлаусы пограничниктар менән хәбәрсебеҙ Илдар Байбулатов осрашты.
Сик буйы ғәскәрҙәренең быйылғы байрамы дүшәмбегә тура килде. Аҙна башы һәм иртән ямғыр яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, Өфөнөң Еңеү паркына халыҡ күп йыйылды. Байрамға шулай уҡ республиканың башҡа төбәктәренән дә пограничниктар килгән. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Сөнки сик буйында хеҙмәт итеүселәр дуҫлыҡ ептәрен бер ваҡытта ла һүрелтмәй, йылдар дауамында ҡәҙерләп һаҡлай.
Йәшел фуражкалылар өсөн быйылғы байрам айырыуса әһәмиәтле. Сөнки Өфөлә лә хәҙер пограничниктарға арналған мемориаль комплекс барлыҡҡа килде. Ул йәштәргә Рәсәй һәм совет һалдаттарының ҡаһарманлығы хаҡында күберәк мәғлүмәт бирер, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыр тип көтөлә.
Шулай уҡ бөгөн сик буйы ғәскәренең ойошторолоуына 100 йыл тулды. Бер быуат дауамында ул Ватаныбыҙ сиктәрен дошмандарҙан, төрлө баҫҡынсыларҙан ышаныслы һаҡлай.
Бөгөн республикала төрлө йылдарҙа дәүләт сиген һаҡлаусы меңдәрсә ир-ат иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа әрмегә алынған егеттәр был ғәскәргә эләгә алмай, уның сафы контракт нигеҙендә генә тулылана. Физик яҡтан көслө, бар яҡтан әҙер булғандарға ғына илдең сиге ышанып тапшырыла, ти пограничниктар.
Сик буйы ғәскәрҙәре көнөнә арналған саралар республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә ойошторолдо. Күп кенә ҡала райондарҙа мемориаль комплекстар асылды. Шуларҙың береһе Ғафури районы үҙәгендә сафҡа инде. Бөгөн төбәктә 300-ҙән ашыу пограничник-ветеран йәшәй. Уларҙың һәр береһе ерҙә лә, һыуҙа ла тыуған ил сиген уяулыҡ менән һаҡлаған.
Баймаҡ ҡалаһында ла ил сиге һалдаттарына стела асылды. Уны асыу башланғысы менән төбәктә йәшәгән төрлө йылдарҙа ил сиге һағында хеҙмәт итеүселәр күтәреп сыҡҡан, район хакимиәте был идеяны күтәреп алған.
Был көндө Баҡалы районында ла төрлө быуын сик һаҡсыларына һәйкәл асылды. Дан аллеяһында үткән саранан һуң ваҡыт капсулаһы һалынды. Уны сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 150 йыллығы хөрмәтенә асырға килешелде.




