Бөгөн сығарылыш синыф уҡыусылары һайлап алған предметтарҙан - информатиканан, географиянан һәм мәғлүмәт- коммуникация технологияларынан Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Республикала тәүге һынау 100-гә яҡын пунктта ойошторолдо. Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 4-се мәктәптә беҙҙең ижади төркөм дә булды. Ундағы имтихан барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.
Бөгөн мәктәпкә ғәҙәттәгесә иркен атлап инеп булмай. Ете ҡат тикшерәләр. Уҡыусыларға үҙе менән паспорт, ҡара гель ручка, һыу һәм шоколадтан башҡа бер нәмә лә алырға ярамай. Синыф бүлмәләрендә һәр уҡыусыға билдәле һан аҫтында урын бирелә.
Өфөнөң Затон биҫтәһендәге 4-се дөйөм белем биреү мәктәбендә Ленин районының 11 белем биреү усағынан уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханы бирә. Информатиканы 92 кеше һайлаған, географияны 27. Информатиканан имтихан 4 сәғәткә яҡын, географиянан 3 сәғәт дауамында бара. Имтиханды үткәреүҙә үҙгәрештәр юҡ. Кимдар дисктарҙа килтерелә һәм һынау башында принтерҙарҙа баҫып алына. Элеккенән айырмалы 4 А форматлы ҡағыҙ битенең бер яғында ғына сығарыла.
Имтиханда ҡатнашыусы һәр кешенең хәрәкәте видеокамералар аша күҙәтелә. Ул Берҙәм дәүләт имтиханы сайтына онлайн трансляциялана.
Уҡыусыларға ғына түгел, уҡытыусыларға, күҙәтеүселәргә лә кеҫә телефон менән ҡулланырға ярамай һәм булмай ҙа. Сөнки телефон бәйләнешен баҫа торған ҡоролмалар урынлаштырылған.
Тәүге имтихандың һөҙөмтәһе 15 июнгә тиклем билдәле була, информатиканан иң кәме 40 балл, ә географиянан 37 балл йыйыу кәрәк.
Быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу 20 июндә тамамлана, әммә һынауға ниндәйҙер сәбәптән килә алмаған уҡыусылар өсөн резерв ваҡыт ҡаралған.




