Августа Өфө-Ырымбур юлының 39-сы километрында йәйәүлеләр өсөн үткәүел сафҡа инәсәк

Ҡырмыҫҡалы районының Аҡтүбә ауылы эргәһендә төҙөлгән объект юл-транспорт фажиғәләрен кәметеүгә булышлыҡ итер, тип көтөлә. Сөнки әлегә билдәле мәғлүмәттәр буйынса, автомобилдәр хәрәкәте күп булған юлда дүрт тиҫтәгә яҡын кеше зыян күргән.

Хәүефле юл, был урынды Ҡырмыҫҡалы районы Аҡтүбә ауылы халҡы шулай тип йөрөтә. Иртәле-кисле бында машиналар ағымы юғары. "Йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны" тигән билдә булһа ла, урында йәшәүселәргә бер яҡтан икенсе яҡҡа табан хәрәкәт итеү ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, хәүефле юлда дүрт тиҫтәгә яҡын кеше зыян күргән.

Юл-транспорт фажиғәләрен кәметеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында участкала йәйәүлеләр өсөн үткәүел төҙөлә. Эш бер йыл элек башланған. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, планға ярашлы, иң ауыр эштәр артта ҡалған, әлеге ваҡытта улар үткәүелде ҡаплау, пандустарҙы тәртипкә килтереү менән мәшғүл.

Проект авторҙары әйтеүенсә, объект республикала тәүге инновацион үткәүел булмаҡсы. Төҙөлөштә юғары сифатлы материалдар ҡулланыла, был йәйәүлеләр юлын вандалдарҙан һаҡлау сараларының береһе. Төҙөлөш барышында велосипед, тележкалар менән үтеп йөрөү өсөн уңайлыҡтар булдырыла.

Үткәүел тәүлек әйләнәһенә йәйәүлеләргә бер ҡыйынлыҡһыҙ юл аша сығыу мөмкинлеген бирәсәк. Проект авторҙары әйтеүенсә, төнгө ваҡытта объектты яҡтылыҡ менән тәьмин итеү күҙаллана. Шулай уҡ бында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла, пандустар, тотоноп йөрөү өсөн терәүҙәр ҡуйыла/

Бынан тыш, оло йәштәгеләр, коляскалы-инвалидтар тәүлек әйләнәһенә күтәрмәле платформалар ярҙамында бер яҡтан икенсе яҡҡа үтә алыу мөмкинлеген аласаҡ.

Эш планға ярашлы бара. Объектты сафҡа индереү иң беренсе халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнә. Үткәүелдә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе бер яҡтан икенсе яҡҡа күсереп йөрөтөү өсөн күтәрмәле платформалар булдырыла, автоһәүәҫкәрҙәр һәм йәйәүлеләр өсөн махсус билдәләр ҡуйыласаҡ.

Илдар Ильясов, капиталь төҙөлөш идаралығы инженеры

Һауа торошо тотороҡланып, ямғырҙар тынһа хеҙмәткәрҙәр биләмәгә асфальт түшәп, тирә-яҡты тәртипкә килтерергә ниәтләй. Шулай уҡ Өфө-Ырымбур юлының 39-сы километрына махсус билдәләр ҡуйыласаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.