2018 йылда Мишкә районындағы, Ағиҙел ҡалаһындағы һәм Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт һәм сәнәғәт колледжындағы мәҙәни үҙәктәргә капиталь ремонт яһау ҡаралған. Яҡын арала тағы бер нисә төбәктә мәҙәни объекттарҙа төҙөкләндереү буйынса ғариза ҡарала. Исемлектә Асҡын мәҙәниәт йорто ла бар.
Асҡын районы үҙәгендәге мәҙәниәт йорто 36 йыл элек төҙөлә, шунан алып объектта төҙөкләндереү эштәре үткәрелгәне юҡ. Бинаның түшәменән һыу аҫа, стенаның кирбестәре емерелеп төшә башлаған. Бөгөн райондың төп мәҙәниәт усағы емерек хәлдә, авария хәлендә тип табылған тамаша залы бөтөнләй бикләп ҡуйылған. Ә районда тиҫтәләп ансамбль эшләй, уларҙың күбеһе халыҡ һәм өлгөлө исемен йөрөтә. Әммә сәхнә оҫталары яҡташтары алдында сығыш яһай алмай.
Асҡында мәҙәни саралар яҙ, йәй көндәре урамда үтә. Ә бына яңы йыл тамашаһын бәләкәй генә фойела ойошторорға тура килә.




