Билдәле актер, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азамат Самат улы Бөрйән районында тыуып үҫә. 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Ижад юлы башында уҡ ул үҙен талантлы актер итеп таныта. Стәрлетамаҡ театры сәхнәһендә төрлө характерҙарҙағы утыҙҙан ашыу образ тыуҙыра.
Юморға бай, һәр әҫәрҙең жанрын тәрән аңлай белгән артист үҙе башҡарған ролдәр аша ижади мөмкинлектәрен байытып киң танылыу яулай. Ижады республика театр фестивалдәрендә гел генә юғары баһалана. Азамат Хәлилов башҡарған ролдәр, образдар тамашасылар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә сәғәт 10-да, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә үтә.




