Фәйзи Ғәскәров ис. дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияла гастролдәрен дауам итә

Коллектив ике бүлектән торған тамаша менән сығыш яһай. Беренсе бүлектә Фәйзи Ғәскәровтың алтын мираҫы һаналған башҡорт бейеүҙәре, икенсеһендә Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре тәҡдим ителә. Башҡорт коллективы сығышын Рио-де-Жанейро ҡалаһындағы Рәсәйҙең генераль консулы Владимир Токмаков та ҡараған.

Фото №1 - Фәйзи Ғәскәров ис. дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бразилияла гастролдәрен дауам итә

Уңышлы сығыш менән ихлас ҡотлайым. Ҙур рәхмәт. Бында донъяның төрлө мөйөштәренән артистар килә, әммә һеҙҙең сығыш юғары профессионаллек өлгөһө булды. Бер концерт менән һеҙ сит ил тамашасыһын Рәсәй мәҙәниәтенең бар байлығы менән таныштыра алдығыҙ. Рио-де-Жанейроның зауыҡлы тамашасыһы хайран ҡалды

Владимир Токмаков, Рәсәйҙең Рио-де-Жанейро ҡалаһындағы генераль консулы

Халыҡ бейеүҙәре ансамбле дәүләт эшмәкәренә ҡурай ҙа бүләк иткән. 10 майҙан алып барған данлыҡлы ансамблдең Бразилиялағы гастролдәре 31 майға тиклем дауам итә. Беҙҙең бейеүселәр Рибейран - Прету, Сантос, Кампинас, Витория, Рио- де-Жанейро һәм Аргентина менән сик янында урынлашҡан Порту-Алегри һәм башҡа ҡалаларҙа сығыш яһай.

Бразилия тамашасыһы бик үҙенсәлекле. Улар ҡыҙып китеп номер уртаһында тороп ҡул саба башлай. Бейеү тамамланған бөтә тамашасы дәррәү килеп сәпәкәй итә.

Марат Яҡупов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Сит ҡитға тамашасыһы башҡорт бейеүҙәрен бик йылы ҡабул итә, улар һәр бейеүҙе аяғүрә алҡышлай.

Автор: Фаягөл Дәүләтйәрова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ