Өфөнөң Владимир Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында хәйриә концерты үтте

Тамашаға өлкән йәштагеләр, ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр саҡырылды. "Веселинка" өлгөлө балалар хореография ансамбле бейеүселәре ҡыҙыҡлы программа әҙерләгәйне.

Балалар өлкәндәргә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен дә тапшырҙы. Байрамды ойоштороусы ата-әсәләр ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙе үҙҙәренең еңел автомобилдәрендә концертка алып килеүҙе лә ойошторған.

Концертҡа олатай, өләсәйҙәребеҙ һәм барлыҡ ололар саҡырылды. Беҙ быны уларҙың кәйефен күтәрер өсөн ойошторҙоҡ.

Сөмбөл Садиҡова, "Веселинка" өлгөлө балалар хореография ансамбле солисы