Башҡортостанға яңы вазифала тәүге тапҡыр Вьетнам республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Мань килде. Сит ил вәкилдәрен Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡабул итте. Осрашыуҙа ике яҡлы бәйләнештәрҙе нығытыу, мәҙәни, сәнәғәт һәм сауҙа-иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытыу юлдары барланды.
Башҡортостан менән Вьетнам республикаһы араһындағы хеҙмәттәшлек тамырҙары үткән быуат баштарына барып тоташа. Фәйзи Ғәскәров етәкселегендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бойондороҡһоҙлоҡ яулап алғандан һуң Вьетнамға барған тәүге ижади коллектив була. Совет мәҙәниәте вәкилдәрен халыҡ шағиры Мостай Кәрим етәкләй. Ғәскәровсылар Вьетнам республикаһы президенты Хо Ши Мин ҡулынан беренсе дәрәжәләге "Хеҙмәт ордены" ала. Рөстәм Хәмитов осрашыу алдынан сит ил вәкилдәренә 63 йыл элек төшкән фотоһүрәттәрҙе тапшырҙы.
Әле лә ике республика араһындағы дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәй. Сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр нығый. Былтыр Башҡортостан вәкилдәре Вьетнамға эш сәфәре менән барып бизнес даирәләре менән осрашты. Сит илдең дә беҙҙә тормошҡа ашырыласаҡ проекттары бар.
Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе әйтеүенсә, Вьетнам империализм менән көрәштә Рәсәй күрһәткән ярҙамды, илде үҫтереүгә йүнәлтелгән эштәрҙе онотмай. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ниәттәре лә ҙур. Тап шуға ла Нго Дык әфәнде яңы вазифала Рәсәй төбәктәре менән танышыуын тап беҙҙең республиканан башлаған. Әле Башҡортостанда сит ил компаниялары ҡатнашлығында туризм, аҙыҡ-түлек, сауҙа өлкәһендә бер нисә проект эшләй. Киләсәктә яҡтар нефть эшкәртеү, технологиялар тармағында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырмаҡсы.
2019 йылда Рәсәйҙә - Вьетнам , ә Вьетнамда - Рәсәй йылы. Шуға күрә төрлө өлкәләрҙә лә бәйләнештәр нығыныр тип көтөлә. Рөстәм Хәмитов сит ил ҡунаҡтарын Башҡортостанда үтәсәк 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһы һәм халыҡ-ара балалар уйындарына ла саҡырҙы. Быйыл йәй ике яҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тағы ла нығытып тәүге Вьетнам космонавты Фам Туандың килеүе көтөлә. Йыһангир "Красноусол" шифаханаһында сәләмәтлеген нығытасаҡ.




