Хәбәр ителеүенсә, Сүриә хөкүмәте көстәренең артиллерия батареяһы Дейр-эз Зор провинцияһында боевиктар утына тотолған. Алыш ваҡытында 43 террорсы һәм эре калибрлы ҡорал тултырылған 6 автомобиль юҡ ителә.
Сүриә батареяһына идара иткән советник статусындағы ике һалдат ваҡиға урынында һәләк була. Дөйөм алғанда, барлығы дүрт Рәсәй вәкиленең үлеме тураһында хәбәр ителә.
Бер аҙ һуңғараҡ социаль селтәрҙәрҙә Сүриәлә һәләк булған Белорет районы вәкиле Александр Филимоновтың фотоһы ҡуйыла. Хәрби комиссариаттан был мәғлүмәттең дөрөҫлөгө хаҡында рәсми белдереү юҡ. Һәләк булыусылар дәүләт наградаларына тәҡдим ителгән.




