Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Федераль суд приставтары идаралығының барлыҡ территориаль органдарында акция ойошторола. Сара 28 майҙан 1 июнгә тиклем уҙа. Акция балалар хоҡуҡтарын боҙоуға йәмәғәт иғтибарын йәлеп итеү.
Шулай уҡ алименттарҙы ҡайтарыу эшенә, етем балаларға ярҙам күрһәтеүгә иғтибар бүленәсәк. Акция сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр, сығыштар, бурыслыларҙың йәшәү урындарына рейдтар ойоштороласаҡ.
Бурыслыларға ата-әсә бурысы хаҡында иҫкәртәсәктәр. Улар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡтар.Акция сиктәрендә мәктәп-интернаттар өсөн мәрхәмәтлек саралары уҙасаҡ.
Фото: Интернет




