Башҡортостанда Еңеү көнө уңайынан 1600 ветеран матди ярҙам алды

Бер тапҡыр түләнә торған түләүҙәр тулы күләмдә тапшырылды. Еңеү көнө уңайынан ветерандарға матди ярҙам күрһәтелде. Ил буйынса барлығы йөҙ меңдән ашыу кеше был түләүгә хоҡуҡлы ине.

Фото №1 - Башҡортостанда Еңеү көнө уңайынан 1600 ветеран матди ярҙам алды

Хәбәр итеүҙәренсә, 10 000 һум күләмендә 479 инвалид, шулай уҡ 1202 һуғышта ҡатнашыусы матди ярҙам алған. Бер тапҡыр түләнә торған түләүҙәр таратыу эше тамамланды. Уны тейешле категория граждандарының барыһы ла алды.

Республика ҡаҙнаһынан 16 млн 810 мең һум аҡса бүленә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, түләүҙәр хаҡындағы Указға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ