Ҡала көнөндә Өфөлә Элвин Грейҙың концерты уҙасаҡ

Популяр артист Элвин Грей Ҡала көнө уңайынан башҡалала концерт менән сығыш яһаясаҡ. Сара 12 июнь Октябрь проспектында урынлашҡан Ленин майҙанында үтә.

Өфө ҡала хакимиәтендә байрам концерты уҙған саҡта, юлдарҙа хәрәкәт итеүҙе сикләү һорауын ҡарайҙар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Өфө ҡалаһының барлыҡҡа килеүенә 444 йыл тула. Ҡала көнө билдәләү программаһында төрлө тематик экскурсиялар, күргәҙмәләр, флешмобтар, музыканттарҙың сығыштары ҡаралған. Байрам саралары башҡаланың бер нисә майҙанында үтәсәк. Сара 23:00 сәғәттә фейерверк менән тамамлана.