Өфөлә велосипедсылар өсөн юл төҙөлөшө өс миллион һум күләмендә баһалана

Бөгөн Өфөлә ҡала хакимиәтендә аҙналыҡ кәңәшмәлә велосипед инфраструктураһын үҫтереү буйынса һорау ҡаралды. Күптән түгел ойошторолған веломарафондан һуң был һорау көнүҙәк булып ҡала килә. Асыҡланыуынса, Өфө был тәңгәлдә үҫәсәк.

Рөстәм Хәмитов велосарафондан һуң, ренспубликаның барлыҡ ҡала-райондарында был спортты үҫтереү хаҡында белдергәйне. Ҡала хакимиәттәре ыңғай яуап бирә. Белгестәр иҫәпләүенсә, велосипедсылар өсөн махсус юл төҙөлөшө ҙур ғына суммаға барып баҫа.

Мәҫәлән, велолипедсылар өсөн юлды урман аша һалыу-иң ҡулайлыһы. Был тәңгәлдә эштәр бер миллион һум күләмендә буласаҡ. Әгәр ҙә юлды ҡала эсендә һалһалар, был һан өс-биш миллион һум күләмендә баһалана. Проекттың ҡыйбат булыуына ҡарамаҫтан, ҡала был йүнәлештә үҫеш аласаҡ. Атап әйткәндә, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" проекты сиктәрендә, ҡаланың үҙәк юлдарында махсус тротуар булдырыу ҡаралған.