Өфөлә күп балалы ата кешенең балаларына ҡарата 11 миллион һум күләмендә бурысы йыйылған

Өфөлә алимент буйынса йыйылған иң күләмле бурысты атанылар. Рекордсмен-алиментсы хаҡында Башҡортостандың баш суд приставы Илнур Мәхмүтов матбуғат-конференцияһында белдерҙе. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.

Фото №1 - Өфөлә күп балалы ата кешенең балаларына ҡарата 11 миллион һум күләмендә бурысы йыйылған

Күп балалы атай кешенең балаларына ҡарата 11 миллион һум күләмендә бурысы йыйылған. Суд приставтары иргә ҡарата бар сараларҙы күрә: уға сит илгә сығырға, мөлкәтен һатырға тыйыла. Шулай уҡ бурыслының ҡиммәтле ҡағыҙҙарына бик һалына.

Әлеге ваҡытҡа ир бурысының бер өлөшөн түләгән.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ