Башҡалала 1 июндә мәрхәмәтлек акцияһы уҙасаҡ

Акцияны республиканың уҡып йөрөүсе йәштәр мәҙәниәте үҙәге ойоштора. Сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан етем балаларға арнала.

Фото №1 - Башҡалала 1 июндә мәрхәмәтлек акцияһы уҙасаҡ

Мәрхәмәтлек акцияһы ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға матди һәм рухи ярҙам күрһәтеү маҡсатынан уҙғарыла. Сарала республиканың 15 һөнәри белем биреү учреждениеларынан яҡшы билдәләргә өлгәшкән балалар ҡатнашасаҡ.

Был балалар бөтәһе яҡшы билдәләргә өлгәшә. Улар араһында халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында еңеүселәрҙә бар. Һәр ҡатнашыусы Мәрхәмәтлек акцияһының эмблемаһын аласаҡ. Шулай уҡ сертификат һәм тәмлекәстәр тапшырыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ