Башҡортостанда һуңғы гектарҙарҙа сәсеү эше башҡарыла

Бөгөнгө көнгә төбәктең өс районы- Асҡын, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары сәсеү эшен тамамланы. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Фото №1 - Башҡортостанда һуңғы гектарҙарҙа сәсеү эше башҡарыла

Баймаҡ менән Илеш райондары ла мөһим кампанияны тамамлау алдында. Бында күҙалланған майҙандарҙың ярты процентын сәсеү эше ҡалған.

Башҡортостанда барлығы 1,9 млн гектар майҙанда ярауай культуралар йәки 92 процент сәселгән. Шулай итеп, төбәктең күп кенә райондарында сәсеү эше тамамланған. Йылы көндәрҙә сәселә торған культуралар ҡалған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ