Башҡалала 1 июндә бушлай туңдырма таратасаҡтар

Башҡала Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә бәләкәстәр өсөн күңелле ял программаһы әҙерләнә. Балалар һәм ата-әсәләр бер нисә майҙанда ял итә аласаҡ.

Байрам Салауат Юлаев майҙанында 11 сәғәттән алып 18 сәғәткәсә үтәсәк. Балаларҙы интерактив программа, йәнһүрәттәре геройҙары менән осрашыуҙар, фотосессия көтә. Бынан тыш, байрам сараһы ваҡытында бушлай туңдырма таратасаҡтар.

Сарала ата-әсәләр психолог һәм башҡа белгестәр кәңәше аласаҡ. Ошондай байрам сараһы башҡаланың һәр районында уҙасаҡ.