Рәсәй халҡы өсөн Төркиә менән Египет йәнә популяр ял итеү урынына әүерелә

Рәсәйҙә Төркиә менән Египет ял итеү урындары йәнә популярлаша. Һуңғы осорҙа был илдәрҙең ял итеү урындары рәсәйлеләрҙән бер аҙ һүнеп ҡалғайны.

Фото №1 - Рәсәй халҡы өсөн Төркиә менән Египет йәнә популяр ял итеү урынына әүерелә

Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге директоры Валерий Федоров эске туризм үҫешен билдәләй. Май айында ойошторолған халыҡтан һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, респонденттарҙың бары тик 4% ғына отпусктарын ситтә үткәрергә күҙаллай, ә ҡалғандары-Рәсәйҙе үҙ итә.

Сит илдән баш тартыу, тәү сиратта, финанс мәсьәләләргә ҡайтып ҡала. Респонденттарҙың 20% Ҡырымда ял итеүҙән хеҙмәт хаҡының түбән булыуынаа бәйләй. Рәсәй халҡы сит илдә ял итер өсөн, уртаса, 44  205 һум күләмендә аҡса сарыф итәсәк. Уҙғаг йылда был һан 11% түбән була.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ