Өфөлә уҡыусыларюғары уҡыу йортона инер өсөн әҙерлек курсы үтә ала

Өфөлә ике әҙерлек үҙәге эшләйәсәк. Мәктәп уҡыусылары өсөн юғары уҡыу йортона инергә әҙерлек үтеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафикова белдерҙе.

Ике проект- республика лицей-интернаты һәм Дәүләткилдеев ис. гимназия-интернаты базаһында эшләйәсәк. Лицей менән Өфө дәүләт нефть-техник университеты, ә гимназия менән Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәттәшлек итәсәк.

Мәктәп уҡыусылары менән университет уҡытыусылары эшләйәсәк. Шулай уҡ, балаларға юғары уҡыу йорттары лабораторияларында эшләргә мөмкинлек тыуасаҡ. Тиҙҙән был маҡсатлы эшкә төбәктең башҡа уҡыу йорттары ла ҡушыласаҡ.

Фото: Интернет.