Башҡортостанда йәшәүсе ир законһыҙ рәүештә балыҡтарға ау ҡуйған

Мәләүездә полиция хеҙмәткәрҙәре браконьерлыҡ осрағын теркәй. 52 йәшлек ир балыҡтарҙың ыуылдырыҡ һалған осорҙа балыҡ тотоу менән шөғөлләнә.

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүсе ир законһыҙ рәүештә балыҡтарға ау ҡуйған

Полиция хеҙмәткәрҙәре бер ирҙе шәйләп ҡалалар. Ул Ағиҙел йылғаһында ике урында балыҡ тотоу ауын урынлаштырған була. Тыйылған осорҙа, ул законһыҙ рәүештә балыҡ тотоу менән шөғөлләнә.

Тәбиғәткә 4000 һум күләмендә зыян килтерелә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, балыҡтарҙың ыуылдырыҡ һалыу осоро 5 июнгә тиклем дауам итә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ