Благовар районында ҡош киҙеүе асыҡланды

Ғәҙәттән тыш хәлде кисектереү өсөн биләмәлә карантин иғлан ителде. Ваҡиға урынына тиҙ арала оператив төркөм ағзалары, ветеринария белгестәре йыйылды. Райондың Күгел ауылына махсус постар ҡуйылды. Хужалыҡ ихаталарынан ҡурҡыныс сир йоҡторған ҡош-ҡорт тартып алынып, яндырылды.

Фото №1 - Благовар районында ҡош киҙеүе асыҡланды

Тап ошо сценарий буйынса Благовар районында бөгөн ҡош киҙеүенә ҡаршы күнекмәләр үтте.

Күгел ауылында карантин иғлан ителгән. Йоғошло сир бында бер-нисә хужалыҡ, ветеринария белгестәре тикшереүе үткәрмәйенсә, ситтән ҡош-ҡорт һатып алып ҡайтыуҙан тарала. Барыһы ла сценарий буйынса, ауырыуҙы тиҙ арала кисектереү маҡсатында ваҡиға урынында белгестәр, махсус техника эшләй.

80 йәше менән барһа ла, Әҙһәм Ғималетдиновтың ихата-ҡураһы тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар. Уларға өҫтәп, хаҡлы ялдағы уҙаман быйыл ҡаҙ себештәре алмаҡсы. Өҫтәл тулы ризыҡ, тәрбиәләгән ҡош-ҡорт, мал-тыуарҙан килә. Ауыл ерендә уларҙы ҡарау, үҙеңде физик яҡтан нығытыу ҙа, ти ул.

Мал күп миндә. Кәзә, һарыҡ, ике атым бар. Тауыҡтарым да күп, балаларым ҡайтып тора, уларға йомортҡа бирәм.

Әҙһәм Ғималетдинов, Күгел ауылында йәшәүсе

Күнекмәләргә ауыл халҡы ыңғай ҡарашта, сөнки йоғошло сир бер хужалыҡта ғына таралһа ла, биләмәләге ҡош-ҡорттоң барыһын да юҡ итергә тура киләсәк. Иҫкәртелгән, тимәк ҡоралланған, тигәндәй, ошондай уҡ сценарий ихата һайын дауам итте. Ҡош-ҡорт урынына муляждар ҡулланылды.

Ауырыу бигерәк тә йылы яҡтан осоп ҡайтҡан ҡоштарға эләгеп килеүе бар. Шуға ла профилактик саралар үткәреү кәрәк.

Вәхит Әбделмәнов, оператив төркөм ағзаһы

Белгестәр әйтеүенсә, беҙҙең республикала ҡош киҙеүе теркәлгәне юҡ. Әммә был кешегә лә хәүеф менән янаған сиргә әҙер булырға кәрәклекте инҡар итмәй. Ошондай уҡ сара быйыл Иглин районында уҙғайны.

Һуңғы тапҡыр карантин республикала былтыр индерелде.

Туймазы районының ике ауылында бешмә ауырыуы теркәлеүгә бәйле, биләмәлә мал юҡ ителгәйне. Күрелгән зыян күләме 40 миллион һумға барып баҫты. Белгестәр ҡурҡыныс сир таралыуын кешеләрҙең иғтибарһыҙлығына бәйләй.

Кешеләр урамда йөрөгән һатыусыларҙан ҡош-ҡорт һатып ала, был ҙур хәүеф тыуҙырыуы тураһында уйлап та бирмәй. Шул уҡ бешмә ауырыуы, республика өсөн күмәкләп тырышырға тейешбеҙ.

Азат Йыһаншин, Башҡортостандың ветеринария идаралығы етәксеһе
Башбат

Республикаға төрлө тарафтан янаған сирҙәргә ҡаршы тороу өсөн ошондай уҡ күнекмәләр дауам итә. Сираттағы сара сусҡа тағунына ҡаршы тороуға арналасаҡ.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ