Өфөлә 1 июндә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы телемарафон ойоштора

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы мәрхәмәтле телемарафон ойоштора. Изгелек акцияһына һәр тамашасы үҙ өлөшөн индерә ала.

Фото №1 - Өфөлә 1 июндә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы телемарафон ойоштора

Республиканың төп медиахолдингы - "Башкортостан" телерадиокомпанияһы – мәрхәмәтлек фонды менән бергә 1 июндә телемарафон ойоштора. Телеканал тамашасылары көн дауамында төрлө майҙандарҙан тура бәйләнештәрҙе күҙәтә ала. Марафон "Сәләм" тапшырыуынан башлана.

Салауат Юлаев майҙанында балалар студияһы эшләйәсәк. Бәләкәй тамашасыларҙы көн дауамында балалар тапшырыуҙары, фильмдар һәм Тамыр телеканалының байрам концерты көтә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ