Өфөнөң Зорге урамында йорт мөйөшөндәге подвалға бала ҡолап төшкән

Хәл 15 майҙа булған. 11 йәшлек малай әле 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында дауалана. Табиптар уға ысын мәғәнәһендә икенсе ғүмер бүләк иткән. Кескәй замандашыбыҙҙың яҡындары ғәйеплеләрҙе асыҡларға һәм судҡа бирергә йыйына, сөнки подвал кәртәләнмәгән булған.

Фото №1 - Өфөнөң Зорге урамында йорт мөйөшөндәге подвалға бала ҡолап төшкән

Артемды дауаханаға килтергәндә аңһыҙ ине тиһәләр ҙә ул бөтәһен дә иҫләй. Синыфташтары менән мәктәптән ҡайтып килгәндә ерҙәге тимер торбаға абынып подвалға ингән урындағы соҡорға ҡолаған.Бер-нисә секнуд уның тормошон икегә бүлгән. Дүртенсе синыфты тамамлау айҡанлы сығарылыш кисәһе, "Бүре һәм ете кәзә бәрәсе" әкиәтендәге бүре роле һәм тәүге вальс - бөтәһе лә хыялда ғына ҡалған.Уның урынына дауахана койкаһы һәм һыҙланыуҙар..

Унда бер торба ла булған әле, улым шуға абынған бит.Хәҙер ярты йыл тирәһе реабилитация үтергә һәм ғүмерлеккә невролог менән дуҫлашырға ғына ҡалды.

Гүзәл Әхмәтйәнова, Артемдың әсәһе

Артем 17-се балалар клиник дауаханаһында ята. Йығылып төшөү арҡаһында уның баш һөйәге төбөнән һынған, мейеһе һелкенгән, шулай уҡ ҡулбаш һөйәге һынған, ҡолағы йәрәхәтләнгән. Табиптар билдәләүенсә, элек бындай ауыр йәрәхәттәр менән баланың ғүмерен һаҡлап ҡалып булмаған. Артемдың хәле яҡшыра башлаған. Шулай ҙа уның сәләмәтлегендә был эҙемтәһеҙ үтмәйәсәк - хәтере юғалыу, башы ауыртыу, уҡыуҙа өлгәшә алмауы ихтимал, ти нейрохирургтар.

Бала дауаханаға ауыр хәлдә ҡабул ителде. Баш-мейеһе йәрәхәтләнгән, баш һөйәге төбөнән һынғайны. Бындай диагноз менән элек иҫән ҡалыу мөмкинлеге булмаһа, хәҙерге заманса технологиялар ярҙамында уға табиптар ваҡытында ярҙам күрһәтә алды.

Евгений Котриков, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге мөдире

Йорт мөйөшөндәге бейек подвал кәртәләнмәгән булған. Ул телефонға төшөрөлгән видеояҙмала асыҡ күренә. ғәҙәттән тыш хәлдән һуң был урын тиҙ генә кәртәләп ҡуйылған. Бәхетһеҙ осраҡтан һуң уның сәбәбен төҙәтергә маташыу күренеше, әлбиттә беҙҙә йыш осрай, улай ғына ла түгел, системаға әйләнгән.

Йортто хеҙмәтләндереүсе идарасы компания вәкиле белдереүенсә, подвалдың милек хужаһы бар һәм уны тәртиптә тотоуға ул яуаплы. Әммә журналистар һорауына: “Беҙ тап шул подвал ишеген хеҙмәтләндермәйбеҙ”, тип яуап бирә идарасы компания вәкиле.

Малайҙың яҡындары ғәйеплене асыҡларға һәм уға ялыу яҙып судҡа бирергә иҫәп тота. Сөнки аяҡ аҫтында ятҡан бәләне 11 йәшлек баланың сәләмәтлегенә зыян килмәй тороп бер кем дә күрмәгән.

Башбат

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ