Хәрби лагерҙа

Баймак районының Бәхтигәрәй ауылында өлкән класс укыусылары һәм колледж студентары өсөн йылдағыса хәрби ялан лагеры асылды. Тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре сиктәрендә әрме йәшенә етеп килгән егеттәргә хәрби сынығыу мәктәбен ойоштороу - уларҙы ил һағына әҙерләүгә тиң.

Иртәнге етенән аяк өҫтөндә, һуңынан физик күнекмәләр, тактик, граждандар оборонаһы, медицина һәм башка әҙерлек дәрестәренән үткән егеттәр өсөн был өс көнлөк һынау ғына. Ә әрме юлында уларҙы бер һәм унан да күберәк йыл һалдат буткаһы көтә. Тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре буйынса егеттәр 35 сәғәтлек хәрби әҙерлек дәрестәрен үтергә тейеш.

Малайҙар әрмегә әҙерлек үтеп ҡайттылар. Был йыйындар беҙгә хәрби хеҙмәт үткәндә ныҡ ярҙам итте, тип миңә йыш әйткәндәре бар.

Марс Урманов, хәрби ялан лагеры етәксеһе

Өс көнлөк һалдат тормошо барыһының да хәтерендә ҡаласак. Палаткалы тормош, хәрби шарттар, тантаналы марш менән үтеү, ә кистәрен йылы усак янында хәрби йырҙар йырлау. Хәрби лагерға килгән егеттәрҙең ҡайһылары әле ук милли көрәш спортына әһәмиәт бирә.

Хәрби ялан лагеры сиктәрендә укыусылар шулай ук ГТО нормаларын да тапшырҙы. Хәрби хеҙмәткә әҙерлектең тәүге этабы ошонан башлана ла инде.

Автор: Гөлдәр Ишбулатова.