2018 йылдың мартынан сик аша йөк сығарыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Изге сәфәргә сығыусылар бигерәк тә составында көслө психотроп матдәләр булған дарыуҙар, дини әҙәбиәт һәм ҡулаҡса күләменә иғтибар итергә тейеш, ти белгестәр. Китаптарҙы илдән сығарғанда йәки индергәндә, юстиция министрлығы тарафынан раҫланған исемлеккә күҙ һалыу мөһим.
Быйыл хаж ғәмәле августың икенсе яртыһына тура килә. Йыл һайын Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй мосолмандары өсөн 20 мең самаһы урын бүлә.
Фото: интернет.




