"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһында хәҙер белемде камиллаштырырға мөмкин

Компания төбәктә тәүгеләрҙән булып һөнәри белем биреү эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия алды. Хәҙер уның нигеҙендә хәбәрселәр, мөхәррирҙәр әҙерләү һәм квалификацияны күтәреү мөмкинлеге бар.

2016 йылда ғәмәлгә ингән һөнәри стандарттар эш биреүсегә предприятиены тейешле талаптарға яуап биргән хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү бурысын ҡуя. Мәҫәлән, журналист йәки матбуғат хеҙмәткәренең эш урынына тура килерҙәй дипломы юҡ икән, телерадиосәнғәт курстарында ул һөнәр нескәлегенә эйә булып, уны раҫлаусы документ ала.

Беҙҙең бөгөн башланған курстар өр яңы статуста, сөнки Рәсәйҙә профстандарт буйынса закон эшләй. Һәр предприятие ошо профстандарттарҙы үҙҙәренә индереү менән шөғөлләнә. Беҙҙә бындай уҡыу ойошторолоуы бик яҡшы, сөнки үҙебеҙҙең хеҙмәттәштәр ситкә йөрөмәй, эштән айырылмай, түләүһеҙ уҡып, стандарттарға яраҡлы документ аласаҡ. Төп маҡсат – эфир һәм экран продукцияһының сифатын күтәреү.

Шәүрә ғилманова, телевидение һәм радио академигы

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.