Стәрлетамаҡ халҡы ҡала көнөн билдәләне

Ғәҙәттәгесә, байрам программаһы Стәрлетамаҡ ярыммарафонынан башланды. Быйылғы ярышта репсубликанан һәм күрше төбәктәрҙән ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Байрамды шулай уҡ ҡала майҙандарында эшләгән сағыу күргәҙмәләр ҙә биҙәне.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ халҡы ҡала көнөн билдәләне

Ошонда уҡ ҡул эштәренә өйрәнергә теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Балалар өсөн ғилми шоу ойошторолдо. Кисен байрам сәхнәһендә Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаны. Байрамда ҡатнашыусы юғары ҡунаҡтар ҡаланың үҫеш мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡты баш ҡаланан бер нисек тә айырылмай тиер инем. Бында ла шул уҡ брендтар, граждандарҙың ялын ойоштороуҙа уртаҡ ҡараш һиҙелә. Бәләкәй ҡалалар архитектура форумдары үтә. Бынна 3-4 йыл элек кенә ундай саралар юҡ ине.

Евгений Гурьев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ