Бында шөғөллөнеүсе балалар башҡорт, татар һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен өйрәнә. 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге кескәйҙәр өсөн төғөйенләнгән студияла балалар сәхнә оҫталығы серҙәренә төшөнә, үҙҙәрен йәмғиәттә тоторға өйрәнә.
"Афарин"студияһы ағзалары даими рәүештә төрлө конкурстар, концерттар һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша. Студияны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Майтап Вәлитова ойошторған.




